Close Panel

Логин

ППМИ - 2017, открытие Алакаевского клуба после капремонта

16 Янв 18

     2017 йылдың 28 декабрендә Алаҡай ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Тантаналы сара "Үткәндәрҙән сәләм бирә ҡорама киҫәктәре" фольклор конкурсында 3- сө дәрәжә диплом менән бүләкләнеүсе Алаҡай ауылы клубында эшләп килгән "Гөрләүек" фольклор төркөмө "Бәпес күреү " йолаһы күрһәтеү менән асылды. Артабан ҡотлау һүҙҙәрен Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы Ғайсин еткерҙе. 


"Гөрләүек" ансамбле тәрән мәғәнә һалынған "Бер ваҡыт ҡына" ,"Яратығыҙ" йырҙары, оло йәштәге ауылдашыбыҙ Флүрә апай Исламғолованың башҡорт халыҡ йыры "Юлғотло" , Ләйсән Һөйәрғолованың "Хан ҡыҙы" бейеүе менән сара дауам иттте. 
Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән "Нефтсе" Мәҙәниәт Йортонан килгән 60- сы йылдарҙа заманса бал бейеүҙәренең республика конкурсы лауреаты , зональ конкурс дипломанты 75 йәшлек инәйебеҙ Кәримова-Ҡарабулатова Мәрйәм Таһир ҡыҙы башҡарыуында башҡорт лирик бейеүҙәре, "Умырзая" фольклор ансамбль ағзалары башҡарыуында йырҙар, Кинйәкәй Мәҙәниәт Йортонан "Ынйылар" ағзалары башҡарыуында татар һәм украин халыҡ бейеүҙәре, Алаҡай ауылы килене Эльвира Әхмәҙишина башҡарыуында йырҙар кисәбеҙҙе биҙәгән өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 
Ауылыбыҙ клубын капиталь ремонтлауҙа ярҙам иткән бағымсыларыбыҙ КФХ "Ғиззәтуллиндар" , СХП "Урал", КФХ "Привалов" тарға, әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. 

 

 

 

Адрес: 453226, Республика Башкортостан, Ишимбайский район, с.Скворчиха, ул. Центральная, 61

Показать на карте

Приемная: (34794)74-1-19

Электронная почта: Этот адрес электронной почты защищен от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.

?>